Башҡортостанда карантин

Тулыраҡ: Башҡортостанда карантин

Башҡаланың алты дауаханаһы инфекцион госпиталь ойоштороу ҡағиҙәләре буйынса дәрәжәһен үҙгәртә. Республика хөкүмәте коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүҙең өҫтәмә сараларын видео бәйләнеш кәңәшмәһендә барланы. Йоғошло сиргә юғары кимәлдәге әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға бөгөн йәнә яңылыҡтар индерелә. 50-нән күберәк кеше ҡатнашҡан күмәк саралар тыйыла, кинотеатр, бассейндар менән бер рәттән фитнесклубтар тулыһынса эшен туҡтата. Сит илдән ҡайтҡандар өсөн 14 көнлөк изоляция ҡәтғи һаҡлана. Радий Хәбиров сирлеләр менән бәйләнеш иткән табиптарға өҫтәмә түләүҙәр мәсьәләһен хәл итеү, миллион кеше йәшәгән Өфөлә 65 йәштән өлкәндәрҙе хәүефтән аралау сараларын күрергә ҡушты. Был хаҡта норматив акт тиҙ арала әҙерләнергә тейеш. Пандемия сәбәпле килеп тыуған хәлдә кешеләр именлеге менән бер рәттән иҡтисад хәүефһеҙлеген дә хәстәрләргә тура килә.

Радий Хәбиров республика бюджеты етди үҙгәрештәр кисерәсәк, тип белдерҙе. Социаль объекттар төҙөлөш кисектерелә, ҡайһы бер төбәк программалары туҡтатылып тора. Республика башлығы муниципалитет етәкселәренә лә сығымдарҙы кәметергә тәҡдим итте. Ә бына карантин ҡағиҙәләрен үтәргә йөкләмә алғандарҙың, киреһенсә, яуаплылығын арттырыу мөһим. Роспотребнадзор йәмәғәт ойошмалары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән изоляциялағы граждандарҙың ҡағиҙә үтәү-үтәмәүен даими күҙәтеүгә ала. Марттың беренән 26-һына тиклем республикаға 20 меңгә яҡын яҡташыбыҙ сәйәхәттән ҡайттҡан. Сит илдән ҡайтыусылар йәнә көтөлә.

Өфө аэропортында биологик материал ҡабул итеүсе бер нисә нөктә эшләй. Төбәктә коронавирус инфекцияһын асыҡлау буйынса лабораториялар һаны ла арта. Әлегә тиклем улар Өфөлә дүртәү булһа, 26 марттан тағы ла дүрт дауа учреждениеһында анализдар алына. Тикшереү тестары етерлек. Был хаҡта эпидемилогия һәм гигиена үҙәгенең баш табибы Анна Казак сираттағы брифингта белдерҙе. Коронавирус инфекцияһын сикләүгә юғары әҙерлек сараларына ярашлы бөгөндән Өфөләге бер нисә дауахана йүнәлешен үҙгәртә. Дим районындағы өсөнсө ҡала клиникаһы дауаханаһы 30 марттан махсус тәртиптәге эшкә күсергә әҙерләнә. Әле бында инфекцион госпиталь талаптарына ярашлы әҙерлек эштәре бара. Һаулыҡ һаҡлау министры ашығыс ярҙам машиналары өсөн санитар эшкәртеү нөктәһе төҙөлөшөн, бүлектәр, йыһаздар әҙерлеген тикшерҙе. Табиптар менән аралашты. Персонал махсус белешмә алған. Бөгөнгә әҙерлек 90 процент, ти дауахана баш табибы. Өфөлә коронавирус инфекцияһы йоҡторған сирлеләрҙе ҡабул итергә йәнә биш дауахана әҙерләнә. План буйынса операция йәиһә дауаланырға стационарға ятырға әҙерләнгәндәр был осорға башҡа дауалау учреждениеларына йүнәлтеләсәк.