Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Коронавирусҡа бәйле һорауҙар буйынса колл-үҙәккә шылтыратырға мөмкин. Бында сиргә бәйле бар мәғлүмәт туплана, республикалағы хәлде лә күҙәтеп баралар. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүселәр көндән көн арта. Тәүлек әйләнәһенә 12 пост бөтә шылтыратыуҙарға яуап бирә. Был эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары ла йәлеп ителгән.
Белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап биреү менән бер рәттән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына үҙҙәре шылтыратып хәлдәрен белешә. Шылтыратыуҙарҙың күпселеге үҙ аллы изоляцияға бәйле. Коронавирус симптомдары, тәүярҙам, һаҡланыу саралары хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин. Ошонда уҡ республикаға ситтән ҡайтыусылар исемлеге туплана.
Берҙәм телефон һандары – 8 800 201 89 03.