Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Тулыраҡ: Коронавирус сәбәпле бөтә донъяла тиерлек карантин иғлан ителгән

Эпидемия киң таралған сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәршәтеребеҙ әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәрен тыныс тота, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Әммә магазиндарға бер-нисә кешене генә индерәләр, шуға сираттар барлыҡҡа килә, ти улар. Хәл киҫкен булған Италияла барыһы ла карантинда ултыра. Тышҡа аҙыҡ-түлек, йәки дарыуҙар артынан ғына сығырға ярай. Битлектәрҙе үҙебеҙ тегәбеҙ, ти Миланда йәшәүсе Нафиҡовтар ғаиләһе. Коронавирус Америка Ҡушма Штаттарына ла барып еткән. Илдә ауырыусылар һаны буйынса өсөнсө урында булған Калифорния штатында йәшәүсе ватандаштарыбыҙ әйтеүенсә, унда ла кешеләр өйҙәренән сыҡмаҫҡа тырыша.