Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Тулыраҡ: Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция

Коронавирус сәбәпле “Остеопороз һәм остеортрит буйынса төбәк-ара конференция” ла онлайн режимда үтте. Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән профессорҙар, медицина эшмәкәрҙәре видео аша республика табиптарына лекция уҡыны. Остеопороз һәм остеортрит сирҙәре өлкәндәр араһында киң таралған, әммә һуңғы йылдарҙа йәштәрҙә лә йыш осрай, сирҙәрҙән арыныу өсөн бәләкәй саҡтан профилактика сараларын башҡарыу мөһим. Видеоконференцияның да төп маҡсаты сирҙәрҙе алдан күҙаллау һәм иҫкәртеү алымдарын ҡулланыу, медицина белгестәренең профессиональ кимәлен күтәреү.