Йөрәккә хәүефһеҙ операция

Тулыраҡ: Йөрәккә хәүефһеҙ операция

Башҡортостанда беренсе тапҡыр аорта кәмселеге менән пациенттарға йөйһөҙ биоклапан ҡуйылды. Айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн бындай алым ҡулайлы. Мәскәү кардиохирургы БДМУ клиникаһы белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.. Яңы клапанды пациент йөрәгенә ҡуйыр алдынан Мәскәү хирургы Вадим Далинин БДМУ клиникаһы кардиохирургы Алексей Павловҡа биопротездың нескәлектәрен күрһәтә һәм операция алдынан дөрөҫ ҡулланышын өйрәнәләр.

Иң тәүҙә пациенттың аорта күләме үлсәнә һәм клапан шул үлсәмгә тура килергә тейеш. Аорта клапаны Италияла етештерелгән. Йөйһөҙ аорта клапаны – йөрәк хирургияһында яңы заман уңышы. Үҙенсәлекле протез ҡоролмаһы аортаға тегелеп беркетелмәй, бер ниндәй ҙә йөй ҡулланылмай, аорта күләменә яраҡлаштырылып урынлаштырыла һәм бәләкәй киҫем аша үткәрелә.

Операция өҫтәлендә йөрәк етешмәүсенлегенә оҙаҡ йылдар зарланған ир. Операция яһамаған осраҡта киҫкен хәлгә етеүе ихтимал ине, ти табиптар. Башҡортостанда ҡәҙимге операция 1-се тапҡыр башҡарыла. Киләсәктә план тәрбиенә индерелеү ҡарала. Ҡәҙимге операциянан һуң пациент тиҙерәк аяҡҡа баҫа һәм Реабилитация курсын үткәндән һуң өйгә ҡайтарыла. Клапанды урынлаштырыу – ҡиммәтле операция, әммә пациенттарға ул бушҡа эшләнә.