Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҙур концерт менән билдәләне. «Беҙ бергә!», тип аталған концерт-марафонды тамашасы « Башҡортостан-24 » каналы аша тура эфирҙа ҡараны. Тамашасы күренмәй, алҡыштар ишетелмәй! Тәү ҡарашҡа был репетиция кеүек. Әммә сағыу костюмдарҙа, ҡупшы сәхнәлә программаға ярашлы бер-бер артлы концерт номерҙары бара. Залда тамашасы ғына юҡ.
Улар урынына телевизион камералар. Башҡортостан -24 каналы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡорт дәүләт филармониһы артистары корОнавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янаған мәлдә концерттың тап ошондай форматын уңайлы тип тапҡан. Һәм тамашасыға « Беҙ бергә! » тип аталаған онлайн-марафон тәҡдим итте. Репертуар һайлауға ла филармония артистары етди ҡараған. Хәүефле лә яуаплы ла мәлдә беҙҙең йырҙарыбыҙ тамашасыға айырыуса кәрәктер, ти сәнғәт әһелдәре. Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелгән, халыҡты күпләп йыйыу тыйылған мәлдә концерттарҙы тамашасы телевизор аша тура эфирҙа, йәғни онлайн режимда ҡарау мөмкинлегенә эйә. 630-ҙан артыҡ тамаша залы бөгөн буш. Ә ысынында иһә, Башҡортостан 24 каналы һәм Башҡорт Дәүләт филармонияһы артистары тырышлығы менән «Беҙ бергә » тип аталған концерт –марафонды 3 миллионға яҡын кеше ҡарай ала.
Тура эфирҙа барасаҡ марафон сиктәрендә бер нисә концерт тәҡдим ителә. Тамашасы уны һәр шаршамбы Башҡортостан 24 каналы аша күрә ала. Һылтанманы беҙҙең gtrk.tv сайтында табырһығыҙ.