Төп сәбәп – мунса комплекстарында именлек ҡағиҙәләренең теүәл үтәлмәүе. Өфөләге Посадский урамында урынлашҡан саунала ут сығыуы ла ошоға асыҡ миҫал.Посадский урамында урынлашҡан был комплекстың икенсе ҡатында сыҡҡан янғында ҡазаға тарыусылар юҡ. Ҡасандыр таҙартыу ҡоролмалары урынашҡан бина хәҙер мунса комплексы итеп үҙгәртелгән. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бинаның тәүге ике ҡаты ер аҫтында урынлашҡан. Әгәр ҙә фажиғә киске сәғәттәрҙә, ял итеүселәрҙең күп йыйылған мәлендә сыҡһа, ҡорбандар, йәки йәрәхәтләнеүселәр ҙә булыр ине. Сауна комплексы хеҙмәткәрҙәре фажиғәне ут төртөүҙән килеп сыҡҡан, тигән фекерҙә. Янғын алдынан бында ике ир кеше ике тапҡыр килеп ял итә. Тап улар сығып киткәндән һуң өс-дүрт минут үткәс бинаға ут тоҡана ла инде. Өфөлә сауналар яныуы һуңғы тапҡыр ике-өс йыл элек, Красин урамында теркәлгәйне. Кисә янған комплекс та, Красин урамындағы утта зыян күргән бина ла икеһе лә бер хужаның мөлкәте.
Янғын һүндереүселәр халыҡты сауналарға барыуҙан баш тартырға саҡыра
Тулыраҡ: Янғын һүндереүселәр халыҡты сауналарға барыуҙан баш тартырға саҡыра