Башҡортостанда Ҡытай халыҡ республикаһы Цзянси провинцияһынының иҡтисад һәм мәҙәниәт көндәрендә уның бинаһына нигеҙ ташы һалынасаҡ. Башҡортостан менән Цзянси провинцияһы тәүге берҙәм аҙымдарын яһай. Өфөгә Ҡытайҙың 160 эре предприятиеһы вәкиле эшлекле саралар ойоштороу маҡсатында килде. Улар араһында 20-нән ашыу инвестор бар. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Цзянси провинцияһы губернаторы Лу Синьше менән осрашты. Башҡортостан хөкүмәте менән Цзянси провинцияһы халыҡ хөкүмәте еткселәре ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.. Артабан ике яҡ вәкилдәре Башҡортостанда Ҡытай иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашты. Цзянси провинцияһы майҙаны менән Башҡортостандан күпкә киң булмаһа ла, халыҡ һаны буйынса ун тапҡырға ҙурыраҡ. Был үҙенсәлекле ерҙә мең йыллыҡ фарфор башҡалаһы, мең йыллыҡ мәктәп, ғибәҙәтхана, түңәрәк йорттар урынлашҡан. Төбәк тәбиғәт байлыҡтары, тәрән мәҙәниәте, яҡшы үҫешкән иҡтисады менән билдәле. Башҡортостан өсөн хеҙмәттәшлек даирәләре киң. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләзетдинов менән Цзянси провинцияһының туризмды үҫтереү комиссияһы башлығы Дин Сяоцюнь үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. Ҡытай халҡының „иң ауыры – тәүге аҙым„ тигән мәҡәлендәгеләй, мөнәсәбәттәрҙең иң ҡатмарлы өлөшөн үттек, тип белдерҙе Цзянси провинцияһы губернаторы. Килешеүҙәр гуманитар өлкәлә, сауҙа һәм инвестициялар, башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте төбәктәр араһындағы килешеүҙәр нығыта. Башҡортостан Республикаһы менән Цзянси провинцияһы ҡорған мөнәсәбәттәр бынан мең йыл элек ошо ерҙәрҙән үткән Бөйөк Ебәк юлын тергеҙеүҙә иң беренсе уңышлы аҙым, тип билделергә мөмкин.
Башҡалала ,,Өфө-Янцзы,, халыҡ-ара үҙәге төҙөләсәк
Тулыраҡ: Башҡалала ,,Өфө-Янцзы,, халыҡ-ара үҙәге төҙөләсәк