Хоҡуҡи докмуент 1 ноябрҙән үҙ көсөнә инде. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был айҙан балаға пособие уның ата-әсәһе рәсми эшләп йәки көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән осраҡта ғына түләнәсәк. Шулай уҡ инвалид булып йәки ғәрип бала тәрбиәләгәндәргә, 20-се аҙнанан үткән йөклө ҡатындарға, эшһеҙлек буйынса сиратта торғандарға, ауыл ерендә йәшәгән күп балалы ғаиләләргә был үҙгәреш ҡағылмай. Яңы закон балалар пособиеһын адреслы итеп еткереү һәм бюджет аҡсаларын һөҙөмтәле файҙаланырға ярҙам итәсәк.
Башҡортостанда балаларға айлыҡ пособие түләү тәртибе үҙгәрҙе
Тулыраҡ: Башҡортостанда балаларға айлыҡ пособие түләү тәртибе үҙгәрҙе