Килемдәр – 134,5 миллиард һум, сығымдар 122,7 миллиард һум.Һалым һәм һалым булмаған килемдәр былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 12 миллиард ярым һумға артҡан. 2016-сы йылда килем күләме 118 миллиард һум, сығымдар иһә 128 миллиард булыр тип көтөлә. Киләһе өс йылда республика бюджетының төп сығанаҡтары элеккесә ҡала – ойошмалар һәм физик шәхестәрҙең табышынан алынған һалымдар, акциздар, мөлкәт һәм дәүләт милкен ҡулланыуҙан алынған һалымдар. Һалымдарҙың яңы төрҙәрен индереү ҡаралмай. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙар өсөн һалым каникулдары буйынса эшмәкәрлек төрҙәре киңәйтелә. Бюджет сығымдары иһә ғәҙәттәгесә, тәү сиратта социаль өлкәне финанслауға йүнәлтелә.
2015 йылдың 1 октябренә Башҡортостандың тупланма бюджеты профицит менән үтәлгән
Тулыраҡ: 2015 йылдың 1 октябренә Башҡортостандың тупланма бюджеты профицит менән үтәлгән