Мысырҙа Рәсәй самолетының һәләкәте сәбәбе-яғыулыҡ йәки бомба шартлауы. Был турала ҡара ҡумталарҙағы яҙыуҙар менән танышыусыға һылтанап мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итә. Шарм-Эш-Шейтан осоусы самолет 31-се октябрь фажиғәгә осрағайны. Барлыҡ пассажирҙар ҙа һәләк булды.
Румыния халҡы урамдарға сыҡты. Ҡайһы бер политологтар быны революция тип тә баһалай. Румындар илдә коррупцияны туҡтатыуҙы һәм премьер-министрғың вазифаһынан китеүен талап итә.
Төркиәнең Сиде ҡалаһында диңгеҙ төбөндә тәүге музей асылды. 110 скульптура 5 тематик экспозицияға бүленгән. Улар 9 метрҙан 25 метрҙа тиклем тәрәнлектә урынлашҡан.
Индонезия хакимиәттәре Ринджани вулканы атыла башлау сәбәпле Бали утрауындағы халыҡ-ара аэропортты япҡан. 700 самаһы рейс тотҡарлана. Именлек тәьмин итеү маҡсатында бына ошондай саралар күрелә. Йөҙләгән турист эвакуацияланған.