Ошо турала республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сарала сығыш яһап, төбәк башлығы Башҡортостан алдында торған социаль маҡсаттар, иҡтисади мөмкинлектәрҙе үҫтереү кәрәклеге тураһында әйтте. Уртаҡ маҡсаттар һәм берҙәмлек – ил киләсәге. Конгрес холлда уҙған сарала ҡатнашыусылар фекере бер нигеҙҙә. Милләт һәм халыҡтар араһындағы татыулыҡ булғанда ғына, Рәсәйҙе донъя аренаһында әйтер һүҙе, абруйлы ил тип аталырға хоҡуғы буласаҡ. Рәсәйҙә йәшәгән ике йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәренең 164-ен Башҡортостан үҙенә һыйындырған. Республикала йәшәгән сыуаштар, мордва һәм тажиктар, башҡа милләт вәкилдәре үҙҙәрен берләштергән төп асылдарҙы йәшермәй. Милли ҡомартҡыларҙы һаҡлау, үҙ телеңдә һөйләшеү мөмкинлеге. Быларҙың барыһы ла татыулыҡ һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты үҫтереүсе миҫалдар. Ил именлеге һәм уның төбәктәре тотороҡлоғо, әлбиттә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаҡ хәл итеү мөмкинлегендә. Ватан тарихында ошо йәһәттән һабаҡ алырлыҡ дәрестәр ҙә юҡ түгел. Фашизмды еңеү был һүҙҙәргә төп дәлил.Башҡортостан халҡы илдең тарихи һәм хеҙмәт йылъяҙмаһына сағыу биттәр яҙып ҡалдыра. Бөгөн дә төбәктә йәшәгән милләттәр үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, ихтирам һәм иғтибар төшөнсәләре менән донъя көтә. Халыҡтар берҙәмлеге көнө республика тарихына тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Башҡортостанда тәүге тапҡыр халыҡтар парады уҙҙы. Башҡортостан халыҡтары парады республикала йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙы ла берләштерҙе. 164 сәскәнән торған гөлләмәлә төбәктең уҙғаны, бөгөнгөһө һәм киләсәге асыҡ сағыла. Тап халыҡтарҙың берҙәмлеге Башҡортостандың социаль, сәнәғәт, иҡтисади һәм ижтимағи берлеге нигеҙе булып тора ла инде.
Рәсәйҙең именлеге һәм уның көслөлөгө – халыҡтар берҙәмлегендә
Тулыраҡ: Рәсәйҙең именлеге һәм уның көслөлөгө – халыҡтар берҙәмлегендә