Бөгөн бинаның беренсе нигеҙ ташы һалынды. Өфө-Янцзы ҡаласығы ҡунаҡхана, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм ҡытай медицинаһы үҙәктәрен берләштерә. Бинаның бейеклеге 100 метрға тиклем етәсәк. Майҙаны 60 мең квадрат метрлыҡ. 30 ҡатлы йорттоң башында вертолетты ултыртыу урыны ла буласаҡ. Ҡытай инвесторы был проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 3 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итә. Был күркәм үҙәк бер юлы халыҡтың мәҙәниәт өлгөләрен дә, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн дә тәғәйенләнә. Ул Башҡортостан менән Ҡытай төбәктәре хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү майҙанына әйләнергә тейеш, тип белдерҙе Цзянси провинцияһы губернаторы Лу Синьше.
Өфөлә Ҡытай халыҡ-ара үҙәге төҙөлөшө башлана
Тулыраҡ: Өфөлә Ҡытай халыҡ-ара үҙәге төҙөлөшө башлана






