Рәсәй Сүриәлә зенит-ракета системаларын урынлаштыра. Был тәү сиратта террорсылар һәжүмен кире ҡағыу һәм самолеттарҙы ҡыуып алып китеүҙе иҫкәртеү өсөн эшләнә. Рәсәй авиацияһы сентябрь аҙағынан Сүриәләге операцияла ҡатнаша.
Ҡағалымавиа компанияһы А 321 лайнерҙарын файҙаланыуҙы ваҡытлыса туҡтата. Самолеттарҙың барыһы ла Ирландияла теркәлгән, техник хеҙмәтләндереүҙе Европаның именлек агентлығы хуплаған ойошмаларҙа ғына үтергә тейеш. Ҡайһы бер илдәр террор ғәмәленән ҡурҡып Шарм Эш-Шейх менән авиабәйләнеште туҡтатырға мәжбүр.
Ҡәһирә хакимиәттәре халыҡ-ара йәмәғәтселекте Мысыр шифаханаларында ял итеүҙең хәүефһеҙ булыуына инандырырға тырыша. Былтыр был илгә 10 миллион турист килгән. Мысырҙың тулайым төбәк продуктының 12 проценты туризмға тура килә. Рәсәй самолетының һәләкәте сәбәпле илдә именлек сараларын көсәйтелгән.
Иорданияның башҡалаһы Амман бер сәғәтлек ямғырҙан һуң һыу аҫтында ҡалған. Өс кеше һәләк булған. Граждандар оборонаһы көстәре 700 кешене ҡотҡарған.