Үҙ йортом программаһы буйынса торлаҡ алыусылар хәҙер вәғәҙәләргә ышанмай. Сөнки айырым урамдарҙа йәшәүселәргә тубыҡтан батҡаҡта йөрөргә тура килә. Мөрәжәғәттәр һөҙөмтә бирмәй. Нагаево ауылының бер тигеҙ һәм матур итеп теҙелгән урамдарында, ысынында иһә, бихисап хәл ителмәгән мәсьәләләр йәшеренгән. “Үҙ йортом” социаль программаһы буйынса торлаҡ алыусылар бында йәшәү өсөн шарттарҙың тейешенсә булдырылмауына зарлана. Мәҫәлән, эргә-тирәләге урам юлдарына асфальт һалған ваҡытта, ни өсөн тап ошо Белогорск урамын төшөрөп ҡалдырыуҙарын бында йәшәүселәр әле һаман аңлап етмәй.Төҙөлөш эштәре тамамланыуға гөл-баҡса вәғәҙәләгәс, программала ҡатнашырға ниәт иттек, ти бында йәшәүселәр. Тик вәғәҙә вәғәҙә булып ҡына ҡала килә. Ғәҙелһеҙлек сәбәбен халыҡ ҡайһы бер кешеләрҙең вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа күрә. Нагаево халҡын юл мәсьәләһе генә борсомай. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ла юҡ бында. Ете йәшлек Алһыу юл ситендә уйнап һыуланғандан һуң, башҡа тиҫтерҙәре кеүек, таҙа урынға ыңғайлай. Уйын майҙансыҡтары булмауы арҡаһында, балаларыбыҙ юлға сыға, тип борсола ата-әсәләр. Уңайлыҡтар булдырыу өсөн кем яуаплы? Ҡаланың Октябрь районы хакимиәте вәкиле биләмә әле республика бюджетына күсерелмәгән, тип белдерә. Тик төҙөлөштөң ҡасан тамамланыры әлегә билдәһеҙ. Шул уҡ ваҡытта төҙөкләндереү эштәре бөтөнләй алып барылмай, тип тә әйтергә ярамай. 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған, мәктәп төҙөү өсөн нигеҙ әҙерләнә. Ҡасандыр дәүләттән ярҙам алыуҙарына һөйөнгән йәш ғаиләләр, инде өс йыл төҙөлөш майҙаны шарттарында йәшәүен белдерә. Власть органдарына мөрәжәғәт итеп тә, хаттарына ыңғай яуап алмауҙары уларҙы борсоуға һала.
Өфө ҡалаһы Октябрь районында урынлашҡан Нагаево ауылында йәшәүселәр заман уңайлыҡтары булмауға зарлана
Тулыраҡ: Өфө ҡалаһы Октябрь районында урынлашҡан Нагаево ауылында йәшәүселәр заман уңайлыҡтары булмауға зарлана