Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр

Тулыраҡ: Коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр

Башҡортостанда зарарланыусылар һаны 16. Уларҙың бишәүһе тулыһынса һауыҡҡан. Тағы ла 106 кеше ковид-19 вирусына шик менән дауаханала ята. Әйткәндәй, Өфө дауаханаларына үпкәләрҙе яһалма елләтеү апараттары ҡайтарылған. 17 ҡоролманың бишәүһе Дим районындағы өсөнсө ҡала клиник дауаханаһына йүнәлтелгән.

Ул 30 марттан инфекцион госпиталь талаптарына ярашлы махсус тәртиптә эшләй башланы. Шулай уҡ, яңы апараттар менән ҡаланың һигеҙенсе һәм йоғошло ауырыуҙар дауаханалары ла тәьмин ителде.