Өфөлә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар таратыусы ирекмәндәргә автомобилдәр биргәндәр. Ҡалалала изоляция режимы иғлан ителгәс, 336 егет-ҡыҙҙар үҙ теләктәре менән өлкәндәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә башлаған.
Уларға көн һайын Өфөнөң төрлө райондары буйлап йөрөргә һәм кәрәкле әйберҙәрҙе, дарыуҙарҙы тапҡансы, бер-нисә кибет һәм дарыуханаларҙы урап сығырға тура килә. Ирекмәндәрҙең эшен еңеләйтеү өсөн бирелгән автомобилдәр 30 апрелгә тиклем уларҙа буласаҡ.