Айыу балалары өңөнән сыҡҡан

Тулыраҡ: Айыу балалары өңөнән сыҡҡан

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа йәшәүсе айыуҙарың һаны артыуы тураһында хәбәрҙәрҙең башҡа сығарылышында хәбәр иткәйнек. Ниһәйәт, тайыштабандар бәләкәстәрен өңдәренән алып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә айыу балаларын журналистарға ла күрһәттеләр. Бүлмәгә алып инеү айыу балалары йүгерешә башланы.

Ят кешеләрҙең булыуына ла иғтибар итмәй, бер-береһе менән уйнашты. Бигерәк тә, беҙҙең видеоператорҙың камераһын яраттылар. Бәләкәй тайыштабандарҙы тышҡа сығарырға әле иртәрәк, ти Өфөнөң Урмансылар паркы хеҙмәткәрҙәре. Дүрт айлыҡ ҡына сабыйҙарға асыҡ вольерҙарҙа һыуыҡ тиеүе ихтимал.

Ә былай улар тәүлек әйләнәһенә ҡараулы. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы ике сәғәт һайын ашатып тора. Айыуҡайҙарға әле исемдәр бирмәгәндәр, шулай ҙа һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас холҡо бар. Ғинуар айҙарында уҡ донъяға килһә лә, көндәр йылытҡас ҡына, инә айыу бәләкәстәрен өңөнән алып сыға.

Вольерҙа әле ете тайыштабан йәшәй. Шуларҙың берәүһе ата, ҡалғандары инә айыу. Маша, Даша һәм Циркачка ҡушаматлы айыубикәләр быйыл бәләкәстәркә ғүмер бүләк иткән. Шулай уҡ, хужалыҡта башҡа йәнлектәр ҙә күп: ҡабандар, ҡуштояҡлылар, төлкөләр һәм бүреләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы ашатыуҙан тыш, яҡшы мөнәсәбәт һәм һөйөүгә мохтаж, ти 14 йылдан ашыу вольерҙа эшләгән Радик Шакиров. Хайуандарҙы яҡындан күрергә теләүселәр изоляция бөткәндән һуң, Өфөнөң Урмансылар паркына килә ала.