8 районда ғәҙәттән тыш хәл

Тулыраҡ: 8 районда ғәҙәттән тыш хәл

Башҡортостан хужалыҡтары йыл һөҙөмтәләрен барлау менән бер рәттән, һалҡындар мәлендә күрелгән зыян күләмен дә иҫәпләй. Быйыл ҡарҙың иртә яуыуы арҡаһында, республиканың тиҫтәгә яҡын районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Төбәктәрҙә һаман да техник культуралар, игендәр йыйылмай ҡалған баҫыуҙар бар. Башҡортостандың аграр тармағы бөгөн бер юлы ике–өс мәсьәләне хәл итеү менән мәшғүл. Беренсенән малдарҙы ҡышлатыу барышы, һөтсөлөк тармағына ҡағылһа, икенсеһе 8 райондағы ғәҙәттән тыш хәл. Синоптиктар, ауыл хужалығы министрлығы иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, кооперативтар, инвесторҙар шәкәр сөгөлдөрө майҙандарын эшкәртмәгән, урылмай ҡалған кукуруз, рапс баҫыуҙары сығымдарҙың тағы ла артыуына килтерә. Ҡазаға тарыған райондарға башҡа төбәктәрҙән дә техника ебәреү мөмкинлеге бар. Тик махсус машиналар хәҙер баҫыуҙарға инә алмаясаҡ. Өфө районындағы Николаевский йәмғиәте быйыл ураҡ эштәрен башҡа коопертивтарға ҡарағанда, сағыштырмаса алдараҡ тамамлаған. Көнбағыш баҫыуҙарындағы уңышты йыйыу һауа торошо боҙолоуға ике–өс көн ҡалғас ҡына тамамлана. Агросәнәғәт предприятиеһында ғәҙәттән тыш хәлгә әҙерлек беренсе урынға сығарылған. Сөнки, тап ике йыл элек улар ҙа үҫтергән уңышты ҡар аҫтында ҡалдырып юғалта яҙа.Башҡортостан хужалыҡтарының быйылғы ҡазаға тарыуын аңлатыуы ауыр түгел. Күптәр, мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрөн тағы ла ауырлыҡ йыйһын, тип ҡалдыра. Башҡалары иһә төбәк шарттарына яраҡлаштырылмаған сорттарға өҫтөнлөк биреп отолған. Нуриман районындағы хужалыҡтар ҙа хәҙер сығымдарҙы иҫәпләү менән мәшғүл. Төбәктә картуф, йәшел салаттар тәүге һалҡындарҙан һуң юҡҡа сыҡҡан. Һалҡындар мәлендә зыян күргән райондар хәҙер ауыл хужалығы министрлығы ярҙамына өмөт итә. Ведомство сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға бюджетан аҡса бүлеүе ихтимал. Һалҡындар нуриманда 35 гектар картуф, 27 гектар салатты юҡҡа сығарған. Тәүҙә баҫыуҙарға техника индереп ҡарайҙар. Һөҙөмтә булмағас, көрәк ярҙамға килә. Тик күрелгән сараларҙың файҙаһы булмай сыға.