Синай ярымутрауында Рәсәй самолетының һәләкәткә осрау сәбәптәре билдәле түгел. Был турала техник тикшереү комиссияһы рәйесе айман Әль Мөҡәддәм белдергән. Рәсәй ҡотҡарыусылар сүллектә үҙ эшен дауам итә. Әлегә аэробустың барлыҡ киҫәктәре лә табылмаған.
Бразилияла ямғырҙар сәбәпле ер ишелгән. 20 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Батҡаҡ ағымы ике быуаны йырған. 600 кеше эвакуацияланған. Ер ишелеү ер тетрәүгә бәйле тип хәбәр ителә.
Сьера-Леоннела Эбола киҙеүе тамамланыу сәбәпле күп халыҡ ҡатнашлығында байрам ойошторғандар. Был ҡурҡыныс ауырыу тәүге тапҡыр 1976-сы йылда теркәлгәйне. Ул 11 мең кешенең ғүмерен өҙгән.
Германия етәкселеге фани донъянан үҙ теләге менән китергә теләүсе ауырыуҙарға эвтаназия эшләүҙә ярҙам итеү тураһындағы ҡанун проектын хупланы. Бындай ярҙам бушлай буласаҡ. Түләүле эшләгән осраҡта иректән мәхрүм итеү ҡаралған.