Туристар Өфөгә ҡайта

Тулыраҡ: Туристар Өфөгә ҡайта

Бөгөн төнөн тағы ла ике самолетта Шарм-эш-Шейх менән Хургада ҡалаларынан Өфөгә туристар ҡайтты. 400-ҙә ашыу кеше багаждарын ял иткән урынында ҡалдырырға мәжбүр булды. Йөктәрҙе ҡайтарасаҡтар, әммә һуңғараҡ. Рәсәй-Мысыр йүнәлеше буйынса осоштар тулыһынса туҡтатылды. Туристик операторҙар граждандарға сәфәрҙәрен икенсе йүнәлештәргә үҙгәртергә тәҡдим итә. Рәсәй президенты Владимир Путин Милли антитеррористик комитеттың тәҡдимдәре менән килешеп, “авиакомпаниялар Мысырға рейстарын туҡтатырға тейеш” тигән ҡарар сығарҙы. Был хәүефһеҙлек сараһы, “Когалымавиа” самолеты һәләкәтенең сәбәптәре асыҡлағансы ғына түгел, ә хәүефһеҙлек кимәле тейешенсә тәьмин ителгәнсе ҡабул ителгән. Беҙҙең республика халҡы был хәлде аңлап ҡабул итте. Бөгөн төнөн Шарм-эш-Шейх менән Хургада ҡалаларынан ике самолетта Өфө туристары ҡайтты. Хәүефһеҙлекте күҙ уңында тотоп, пассажирҙарҙы багаждарһыҙ самолетҡа үткәрәләр. Йөктәрҙе махсус самолет Рәсәйгә ҡайтарасаҡ. Өфөлә тәүге осоштар 7 ноябрь көндө туҡтатылды. Хургадаға осорға тейешле рейс, Анталияға йүнәлтелде. Самолет пассажирҙарһыҙ Мысырға осоп, ундағы туристарҙы алып ҡайтыр тип планлаштырылғайны. Әммә һуңында туристик фирма ҡарарын үҙгәртеп, пассажирҙарҙы Төркиәгә осорҙо. Ҡайһы берҙәр, бындай ҡарар менән риза булмайынса, сәфәрҙән баш тартты. Башҡалар аңлап ҡабул итте. Беҙҙең туристарҙың тыуған яҡтарына ҡайтыуын республика башлығы Рөстәм Хәмитов контролгә алған. Тап 7 ноябрь көндө ул Өфө аэропортында булып, сәфәрҙән ҡайтыусылар һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Мысырҙан самолеттар беҙҙең граждандарҙы көн һайын ташый. Өфөлә тағы ла йәмғеһе 20 самолет рейстары көтөлә. Һуңғыһы 26 ноябргә планлаштырылған.