„Башҡортостан„ дәүләт концерт залында 4 йылдан һуң, йәнә, Гәлсәр һандуғастар! 7 ноябрҙә барыһының да күңелен яулаған проекттың гала-концерты уҙҙы. Рәсәй – Башкортостан телерадиокомпанияһында телефестиваль башланыу хаҡында иғлан итеү менән, тап ошо йәштәр тв тупһаһын атлап үтте лә инде. Ярты йыл эсендә 1-се, 2-се турҙы уңышлы уҙған 70 конкурсант араһынан һайлап алынған 20 финалист Башҡортостан дәүләт концерт залына сыҡты. Ҡабатланмаҫ алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Земфира Байбулдинаны тамашасы дәррәү алҡышҡа күмде.Гәлсәр һандуғас-2015 телефестивале сиктәрендә «Гәлсәр һандуғас ҡанаты аҫтында» проекты гала-концерттың иң тулҡынландырғыс, йәнгә үтеп итерлек мәле булды. Гәлсәр һандуғас-2015„ телевизион эстрада йыр конкурс-фестивалендә Шәмдәләрҙә генә һинең утың юҡ йыры „Йыл йыры„ номинацияһын яуланы. Исемгә йырсы Хәйбулла егете Йәмил Баймырҙин, авторҙар Әлфис Ғаязов, Рәдиф Зарипов гәлсәр статуэткалар менән бүләкләнде. „Шәмдәлдәрҙә генә утың юҡ„ йыры ярты йыл эсендә тамашасылар, радиотыңлаусылар һәм телевизор ҡараусыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө һәм бер тауыштан йыл йыры тип билдәләнде. Бынан тыш „Йыл асышы„ „Өмөт„ „Оҫта башғарыусы„ номинацияларында билдәләнделәр, Башҡортостан радиоһының яратҡан йырсыһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Республика профсоюзының махсус приздары ла тапшырылды. Гала-концертта була алмағандар өсөн Рәсәй каналында һәр йома Гәлсәр һандуғастың махсус телеверсияһы күрһәтеләсәк.
Без- йондоҙҙар!
Тулыраҡ: Без- йондоҙҙар!