18-се ноябрҙә Өфөлә „Дмитрий Хворостовский һәм уның дуҫтары балалар өсөн„ тигән хәйриә концерты була.
Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтәсәк. Йыйылған аҡса сирле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Өфөлә йәшәүсе Ғилмановтар был көндө тулҡынланып көтә. 9 йәшлек Юнирҙең сәләмәтлек торошонда бөгөн билдәле йырсы һәм хәйриә фонды ярҙамы менән алға китеш күҙәтелә. Баланың әсәһе әйтеүенсә, Юниргә талап ителгән ҡоролманың хаҡы бер миллион һумдан артыҡ, уны һатып алыу мөмкинлеге Дмитрий Хворостовскийҙың Кремль һарайындағы концертынан һуң тыуған. Юнир 1 йәш тә 10 айлыҡ сағында ауырыуҙан һуң сиргә һабыша. Уның һаулығын тергеҙеү өсөн әсә бар тырышлығын һала – тәүҙә балалар баҡсаһына, хәҙер махсус мәктәпкә йөрөтә, күнегеүҙәр үткәрә, әсбаптар менән ҡыҙыҡһындыра. Һәм мәрхәмәтле кешеләргә, танылған йырсы Дмитрий Хворостовскийға рәхмәттәрен белдерә.