Башҡортостанда Ковид-19 вирусын асыҡлау өсөн 18 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән

Тулыраҡ: Башҡортостанда Ковид-19 вирусын асыҡлау өсөн 18 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны 84-кә етте. Дауаханала ятҡан 31 зарарланыусының хәле уртаса тип баһалана. Дим районындағы инфекцион госпиталендәге бер пациент ҡына ауыр хәлдә. Ҡалған 13 кешелә сирҙең симптомдары булмаһа ла, белгестәр күҙәтеүе аҫтына алынған.

Дөйөм алғанда, ковид-19 вирусын асыҡлау өсөн 18 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. 236 кеше шик аҫтында.