Батырҙар дәүере

Тулыраҡ: Батырҙар дәүере

Көн һайын меңәрләгән ирекмән үҙҙәренең һаулығын һәм хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға ярҙамға килә. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә тыныс. Халыҡ үҙаллы изоляция режимын үтәп, өйҙәрендә ултыра. Тик кешеләргә ярҙам итеү теләге менән янып йәшәгән ирекмәндәр өсөн был ҡыҙыу мәл.

Урындағы складтарҙың береһендә эшләүсе ҡарауылсы уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. “Беҙ бергә” акцияһының ирекмәндәре әйтеүенсә, был вагончикта ҡарауылсы ун көн яңғыҙы ултырған. Ашарына ла өс киҫәк сыр ғына ҡалған. Быға тиклем ирекмәндәр уны аҙыҡ менән тәьмин иткән, ә әле кейем-һалым, һауыт-һаба алып килгәндәр.

Тик әле ул урынында булмай сыҡты. Асыҡланыуынса, 60 йәштәге өлкән ир ҡарауылсы булып эшкә урынлашҡан булған. Тик хәҙер эшһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ирҙе ирекмәндәр ярҙамһыҙ ҡалдырманы.Ҡаланың икенсе урамында кешеләр күренмәй, тик һөт ризыҡтары тейәлгән машинаны ғына китеп бара.

Баҡтиһәң, Саҡмағош районы эшҡыуарҙары ветерандарға һөт, ҡаймаҡ, эремсек тарата икән. Изге эштәр башҡарырға теләүселәр көндән-көн арта. Аҙыҡ-түлек тултырылған ошондай ҙур 222 пакет күп балалы ғаиләләргә таратыла. Был проект Өфө хакимиәте, ҡаланы үҫтереү фонды һәм меценаттар ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ә Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе ошондай меценаттарҙың береһе “Үҙенсәлекле балалар” хәйриә фондына 480 мең аҡса күсергән. Был ярҙам Республика клиник дауаханаһының бала табыу бүлегендә ятҡан 60-тан ашыу ҡатынға кәрәк-яраҡтар алыуға йүнәлтелә. Әлбиттә, барлыҡ изге эштәр тураһында һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Кемдәрҙер быны башҡаларға белдермәй генә башҡара. Әммә яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле.