Был турала Рәсәҙең Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Уҡыу программаһының бер өлөшөн киләһе йылға күсерергә мөмкин буласаҡ. Ә 11-се класс уҡыусылары иһә, киреһенсә, оҙағыраҡ, 8 июнгә тиклем уҡыуҙары ихтимал. Был берҙәм дәүләт имтихандарының күсерелеүенә бәйле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле балалар дистанцион форматта белем ала. Эльвира Сәмиғуллина хәҙер өйҙән генә дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтырата. Ғәҙәти уҡыу көндәренән хәҙер шул ҡыңғырау ғына ҡалды инде, ти ул. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тәүге тапҡыр дәрестәрен онлайн рәүештә үткәрә.
Бөтә класс видеоконференцияла йыйылып, бәйләнештең сифатын тикшергәндән һуң, дәрес башлана. Тәүге осорҙа техник яҡтан ҡатмарлыҡтар ҙа булған, сөнки бер юлы йөҙәр меңләп уҡыусы интернет селтәренә тоташа. Уҡыу кабинеты урынына — үҙеңдең бүлмә, уҡыутыусы ролендә – әсә.
Беренсе класста ғына уҡыған Маша дистанцион дәрестәргә өйрәнеп тә бара, әммә өлкәндәрҙең дә ярҙамы кәрәк. Әйткәндәй, республикалағы барлыҡ уҡыусылар өсөн тәүге дистанцион дәресте төбәк башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Коронавирус беҙҙең республиканы ла урап үтмәне, шуға бөтә балалар һәм уларҙың ата-әсәләрен яуаплыраҡ булыу һәм өйҙә ултырыу кәрәклеге тураһында тағы ла берҙе иҫкәртте Радий Хәбиров.
Билдәле шәхестәр менән дәрестәр, әҙәби уҡыу, математика, тәбиғәтте өйрәнеү һәм башҡа предметтарҙы Башҡортостан 24 телеканалы аша өйрәнергә мөмкин. “Беренсе класстар өсөн теледәрестәр” проекты ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында онлайн рәүештә шөғөлләнә алмаған балаларға тәғәйенләнә.
Шулай уҡ, техник саралары һәм интернетҡа сығыу мөмкинлектәре булмағандарға уҡытыусылар дәрестәр йыйылмаһын ҡағыҙға баҫтырып өйҙәренә тарата. Дәрестәрҙең темалары һәм күнекмәләр яҙылған ҡағыҙҙарҙы папкаларға тултырып мәктәп автобусы менән уҡыусы йәшәгән йортҡа илтеп бирәләр.
Жныкиндарҙың күп балалы ғаиләһендә компьютер юҡ, мобиль интернет та насар эшләй. Шуға өйгә килтереп биргән ҡағыҙҙар аша уҡыу улар өсөн берҙән-бер ысул булып ҡала. Дистанцион форматта республикала 480-меңдән ашыу бала уҡый. Онлайн-платформаға ныҡ көс төшә, шуға уҡытыусыларға башҡа социаль селтәрҙәр аша ла бәйләнешкә сығыу кәңәш ителә.