Республиканың өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм коррекцион мәктәптәр ҙә дистанцион форматта эшләй

Тулыраҡ: Республиканың өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм коррекцион мәктәптәр ҙә дистанцион форматта эшләй

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға интернет аша дәрес тыңлауҙары ауыр түгел. Тик классташтары менән йәнле аралашыу ғына етмәй, ти ата- әсәләр. Инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәге 2017 йылдан эшләп килә. Уның тәжрибәһенә таянып, Башҡортостандың барлыҡ 36 коррекцион мәктәптәре лә онлайн уҡытыуға күсте.

Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында онлайн рәүештә шөғөлләнә алмаған балаларға, шулай уҡ, техник саралары һәм интернетҡа сығыу мөмкинлектәре булмағандарға уҡытыусылар дәрестәр йыйылмаһын ҡағыҙға баҫтырып өйҙәренә тарата. Дәрестәрҙең темалары һәм күнекмәләр тупланған папкаларҙы аҙнаһына өс тапҡыр уҡыусыларға алып барып бирәләр.