Өфө эшҡыуарҙары табиптарға ярҙамға килә

Тулыраҡ: Өфө эшҡыуарҙары табиптарға ярҙамға килә

Улар карантинға ябыҡ дауаханаларҙағы медицина хеҙмәткәрҙәренә аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып килә. Ә башҡа йүнселдәр күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр тегеп ирекмәндәргә тарата.

Өфөнөң Дим районындағы өсөнсө ҡала клиник дауаханаһы хәҙер инфекцион госпиталь талаптарына ярашлы махсус тәртиптә эшләй. Дезинфекция үткәреүсе махсус хеҙмәттәрҙән башҡа биләмәгә бер кемде лә индермәйҙәр ҙә, сығармайҙар ҙа. Коронавирус менән ауырыусыларҙың һаулығы өсөн тәүлек әйләнәһенә көрәшкән табиптарға урындағы эшҡыуарҙар аҙыҡ-түлек алып килгән.

Аҙыҡ-түлектән тыш, бында түшәк-кәрәк яраҡтары ла килтергәндәр. Карантинға ябылған дауаханалар мөһим әйберҙәр менән тәьмин ителһә лә, гуманитар ярҙамдан баш тартмай табиптар. Хатта йылы һүҙҙәре ҙә йөрәккә май булып ята, ти улар. Табиптар дауаханаларҙа, ә ябай кешеләр өйҙәрендә ҡулдарынан килгәнсә коронавирусҡа ҡаршы көрәшә.

Светлана Селезнева үҙ аллы изоляцияла тик ултырмай, күршеһе менән бергә күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр тегә. Бер көн эсендә ҡатындар 100-гә яҡын битлектәр әҙерләп өлгөрә. Кристина Коваленко туҡыма алып килә. Һаҡланыу сараларын республиканың муниципаль һәм дәүләт ойошмаларына ла ул тарата.

Битлектәрҙе өлкәндәргә аҙыҡ-түлек таратыусы ирекмәндәргә һәм бөгөнгө көндә эшләргә мәжбүр булған кешеләргә лә бирәсәктәр.