Тимур Мөхәмәтйәнов яңы вазифала

Тулыраҡ: Тимур Мөхәмәтйәнов яңы вазифала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ярҙамсыһы итеп Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов тәғәйенләнде.

«Уның бурысы – транспорт һәм юл инфраструктураһын, төҙөлөштө, төҙөкләндереүҙе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан башлығының матбуғат хеҙмәтенән.