Төбәктә йөк машиналары урамдарҙы бысратҡан өсөн штраф һалынасаҡ. Башҡортостан кодексына индереләсәк үҙгәрештәрҙе тикшергәндә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо мәсьәләгә лә туҡталасаҡ.
Штраф кимәле граждандар өсөн 500-ҙән алып мең һумға тиклем буласаҡ. Ә етәкселәр өсөн ул дүрт меңдән алып ете меңгә тиклем иҫәпләнә. Юридик шәхестәр өсөн 20-25 мең һумды тәшкил итәсәк.
Шулай уҡ урам, тротуар һәм башҡа биләмәләрҙе һыу баҫыуҙа ғәйепле булыусыларҙы ла административ яза көтә. Йорт янында мәғлүмәт стендтарының булмауы, балалар һәм спорт майҙандарының талаптарға яуап бирмәүе лә яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеген бирә.