3-7 йәштәге балалар өсөн айлыҡ пособиеға кемдәр дәғеүә итә?

Тулыраҡ: 3-7 йәштәге балалар өсөн айлыҡ пособиеға кемдәр дәғеүә итә?

Өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиены алыу өсөн Башҡортостанда 1 июндән ғаризалар ҡабул ителә башлай. Был дәүләт ярҙамына төбәктән 60 меңдән ашыу бәләкәс дәғеүә итә.

Дүрт йәшлек Варвара ла хәҙер каникулда. Балалар баҡсаһы эшләмәгән арала ул көндәрен һеңлеһе һәм әсәһе менән өйҙә үткәрә. Инде бер йыл декрет ялындамын, ти Дарья Гришина. Ғаиләнең төп килеме – тормош иптәшенең эш хаҡы. Тиҙҙән өлкән ҡыҙҙарына түләнә башланасаҡ айлыҡ пособие улар өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.

Өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ пособиены бер кешегә килемдәре йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләр юллай ала.

Әминевтар ғаиләһе шундайҙар рәтенән. Регина кибеттә эшләй, ғаилә башлығы Вадим туризм өлкәһендә. Үҙизоляция режимы уның эшенә йоғонтоһоҙ ҡалмаясаҡ. Шуға күрә лә ниндәй генә булһа ла өҫтәлмә килемде ғаилә ҡыуанып ҡабул итә. Яңы дәүләт ярҙамы тураһында улар ишетеү менән кәрәкле документтарын әҙерләп ҡуйған.

Балаларға яңы пособие тураһында Владимир Путин ғинуар айында Федераль йыйылышҡа булған мөрәжәғәтендә иғлан иткәйне. Пособие 1 июлдән түләнә башларға тейеш ине. Илдең үҙизоляция режимына күсеүе арҡаһында ғаиләләр уны бер айға алдараҡ ала башлаясаҡ. Төбәк өсөн уның күләме биш мең тирәһе.

Белгестәр билдәләүенсә, пособиены алыу өсөн мохтаж булыуҙы иҫбатлау кәрәкмәй. Талап ителгән документтар, килем тураһындағы мәғлүмәттәр ведомство-ара бәйләнеш юлы менән туплана. Ата-әсәләргә тик ғариза тапшырыу ғына кәрәк. Уны Дәүләт хеҙмәте порталында, халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул итәләр.