Ең һыҙғанып эшләйҙәр. Республика халҡының күпселеге өйҙәрендә булған ваҡытта ҡайһы бер һөнәр әһелдәре ғәҙәти эш графигында йәшәй.
Пандемия осоронда һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйыусылар араһында ҡатын — ҡыҙҙар ҙа бар. Үҙҙәрен бер ҙә герой тип һанамайҙар, шулай ҙа тап улар киләһе репортаж геройҙары.
Таныш йөҙҙәр аҙ, хәйерле иртә тип сәләмләүҙәр ҙә хәҙер һирәк, тип уртаҡлаша урам һепереүсе Фәриҙә Дадажанова. Ул таҙалыҡ һәм тәртип өсөн яуап биргән ихаталағы йорттарҙа йәшәүселәрҙең күбеһе үҙизоляция режимын һаҡлай. Ә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн эш көнө әүәлгесә мәшәҡәттәр менән үтә. Һаҡланыу сараларын ҡулланыу ғына яңылыҡ.
17 йыл хеҙмәт стажы булған тәрбиәсе Ольга Менжиковаға ла өйҙә ултыртырға тура килмәгән. Ул эшләгән балалар баҡсаһы карантин осоронда балаларҙы ҡабул итә. Ҡаланың төрлө райондарынан һәм төрлө йәштәге егермеләп бала йөрөй унда. Педагог мөмкин тиклем йышыраҡ ҡулдарҙы йыуҙыртырға тырыша. Барыһы ла уйын формаһында. Ә бәләкәстәр йоҡлаған арала уйынсыҡтарҙы йыуа ул. Тышҡа сығыу юҡ, әммә һәр бала был хәлде аңлап ҡабул итә.
Икмәк бешереүселәр, кондитерҙар ҙа үҙизоляцияға китә алмай. Ҡыҙҙар яңы меню төҙөй һәм эҫе генә бәлештәрҙе өйҙә ултырырға мәжбүр булыусыларға оҙата.
Бәлештәр менән түгел, ә гәзит-журналдар, хаттар менән почтальондар ҙа ишектәрҙе шаҡый. Мәҫәлән, пенсияны был айҙа улар иртәрәк таратты. Почта бүлексәләре хәҙер яңы режимда эшләй. Ә хеҙмәткәрҙәрҙең эш ваҡыты ла, яуаплылығы ла элеккесә ҡалды.
Барыһын да төбәктәге һуңғы хәлдәр менән көн дә таныштырып тороу өсөн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре лә эшкә йөрөй. Беҙҙең телеканалдың журналистары ла улар рәтендә.