Иглин районы Таутөмән ауылында йорт янып ике баланың ғүмере өҙөлдө

Тулыраҡ: Иглин районы Таутөмән ауылында йорт янып ике баланың ғүмере өҙөлдө

Күршеләре янғындан 6 йәшлек ҡыҙҙы ғына ҡотҡарып өлгөрҙө. Ут сыҡҡан ваҡытта әсәй кеше һыу артынан киткән булған. Әле янғын буйынса тикшереү бара. Елена Казанцеваның янынан яҡындары бер минутҡа ла китмәй. Сөнки, әсәй кеше хәҙер йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан. Янғын көндөҙ башлана. Ҡатын балаларын өйҙә бикләп һыуға киткәндә ут тоҡана. Елена Казанцеваның ҡәйнәһе билдәләүенсә, балалар элек тә шырпы менән уйнаған. Йорт тиҙ арала янып бөткән. Хатта янғын һүндереүселәр килеп етеүгә өйҙән бер нимә лә ҡалмай тиерлек. 3 йәшлек Арсенийҙы мейес янында, 4 йәшлек Әлфирәне диван аҫтында табалар. Әле балаларҙың кәүҙәләре моргта, фажиғә буйынса тикшереү бара. Елена Казанцева йортто әсәлек капиталына һатып алған булған. Ә хәҙер өй янғас ҡәйнәһендә йәшәргә мәжбүр. Ут сығыу сәбәптәрен бер нисә ведомство тикшерә. Бөгөн сабыйҙарҙың кәүҙәләрен ерләү өсөн әсәһенә ҡайтарып бирергә тейештәр.