Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Синай ярымутрауындағы авиаһәләкәттән һуң Рәсәй һәм Бөйөк Британия үҙ туристарын Мысырҙан алып ҡайтыуҙы дауам итә. Әлегә беҙҙең илдән 25 мең, Бөйөк Британиянан 5 мең турист ялын туҡтатырға мәжбүр.

Дубайҙа халыҡ-ара аэрокосмос салоны асылды. Унда 60 илдән меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Майҙанға 160 самолет ҡуйылған. Рәсәйҙән был күргәҙмәгә 23 ойошма саҡырылған.

Былтыр бысраҡ газдар менән һауаны бысратыу кимәле иң юғары нөктәһенә еткән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының метеорология хеҙмәте шундай белдереү яһаған. Климаттың үҙгәреү тиҙлеге киләһе быуындар өсөн йәшәүҙе хәүефлерәк итә.

Рәсәй Бөтә Донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың ғәйепләүҙәрен кире ҡаға. Белгестәр дәүләт Мәскәүҙең антидопинг лабораторияһы эшмәкәрлегенә ҡыҫылған тигән һығымтаға килгән.Бөтә Донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ еңел атлетика федерациялары халыҡ-ара ассоциацияһына Рәсәй спортсыларын барлыҡ ярыштарҙан ситләтергә саҡырҙы.