Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы, „Русфонд„ хәйриә фонды һәм „Комсомольская правда„ гәзите менән берлектә изгелек марафонын дауам итә. 2013-сө йылдың июленән ойошторолған берҙәм проект сиктәрендә 45 балаға 10 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Туғыҙ йәшлек Ильяс Шәриповҡа мәрхәмәтле тамашасыларҙың ярҙамы менән кәрәкле сумма йыйылған, малайҙың ата-әсәһе изге йөрәкле кешеләргә үҙҙәренең рәхмәттәрен белдерә. Ҡыҙғанысҡа, тағы әллә күпме бала телевизор ҡараусы мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Өфө ҡалаһында йәшәүсе 4 йәшлек Жанна Закирова ла улар рәтендә. Жаннаның балалар баҡсаһында үткән һәр көнө бер үк өндәрҙе ҡабатлауҙан, ым-ишаралар аша аралашыуҙан башлана. Ҡыҙға ике йәш ярымда 2-се дәрәжә ике яҡлы ҡолаҡҡа ҡатылыҡ тигән диагноз ҡуялар. Әле Жанна ҡолаҡ аппараты ҡуллана, тик уның ярҙамында ла бала бөтөнләй ишетмәй тиерлек. Жанна балалар баҡсаһының насар ишетеүсе сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус төркөмөнә йөрөй. Тәрбиәселәр әйтеүенсә ҡыҙ бик теремек, ҡыҙыҡһыныусан. Һәр өйрәткәнде отоп алырға тора, тик ҡолаҡтары насар ишетеүе үҫешергә ҡамасаулай. Бала бик әүҙем, һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар эшләргә ярата. Жаннаның әсәһе Элла әйтеүенсә, ике йәш тулыр алдынан сираттағы прививканы эшләткәс сабый бөтөнләй өндәрҙе әйтмәй, тауышҡа иғтибар итмәй башлай. Табиптар яҙған яңы цифралы аппарат ҡыҙға тулы кимәлдә үҫешергә, аралашырға ярҙам итәсәк. Бының өсөн 185 мең һум аҡса талап ителә. Ата-әсәнең яҡын арала был сумманы йыйыу мөмкинлеге юҡ. Жаннаның сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем уға ярҙам итә ала. Закировтар ярҙам һорап Русфонд хәйриә фондына һәм оло йөрәкле телевизор ҡараусыларға мөрәжәғәт итә. Сабыйға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн латин хәрефтәре менән DETI яҙып смс хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы 75 һум. Бер-нисә хәбәр ебәрергә лә мөмкин, әгәр телефон операторҙар һораһа, аҡса күсереүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Бәлки тап һеҙҙең шәфҡәтле йөрәгегеҙ Жанна Закированың яҙмышын үҙгәртер, сабый тулы тормош менән йәшәй башлар.
4 йәшлек Жанна Закироваға ярҙам кәрәк
Тулыраҡ: 4 йәшлек Жанна Закироваға ярҙам кәрәк