Махсус лаборатория Стәрлетамаҡта эш башланы. Аҙна аҙағында иһә, ошондай уҡ үҙәк Белоретта асыла.
Бөгөнгә төбәктә 25 мең самаһы анализ алынған. Сирлеләр — Өфөлә, Бәләбәй, Бөрө һәм Нефтекамала, Стәрлетамаҡтағы клиникаларҙа махсус дауаланыу курсында. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин иһә республиканың яңы лаборатор тикшереүҙәргә ҡушылыуы тураһында белдерә. Башҡортостан Удмурт Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе табиптары менән берлектә коронавирусты иртә осорҙа диагностикалау буйынса ғилми эштә ҡатнаша.