Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдерәләр. Өҫтәмә түләүҙәр Бөйк Ватан һуғышы ветерандары, тел хеҙмәткәрҙәренә, Һуғышта ҡатнашып һәләк, инвалид булғандарҙың ғаилә ағзаларына тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Башҡортостан үҙ ҡаҙнаһынаН өҫтәмә 25-әр мең һум бирә. Бынан тыш, һуғышта һәләк булған, йә иһә инвалид булып ҡайтып вафат булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә республика бюджеты тағы бишәр мең һум өҫтәй.
Төбәктә “Тыл хеҙмәткәре” таныҡлығы булған 20 меңгә яҡын кешегә лә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан өҫтәмә түләүҙәр ҡарала.