Йәйәүлеләр менән нимә булған? Был кейемдәр урындағы дизайнерҙарҙың яңы эше лә, пандемия осоронда махсус һаҡланыу саралары ла түгел. Шулай ҙа, Салауат ҡалаһы янында трассанан ошондай кейем кейеп барған ирҙәр күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы.
Тәүҙә күптәр быны үҙенсәлекле флешмоб тип уйлаһалар ҙа, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Сөнки, ирҙәрҙең башына ҡағыҙ тоҡтарҙы кемдәрҙер кейҙергән, муйындарына тәгәрмәс шиналарын да кемдер таҡҡан. Ирҙәрҙең нимә урлағанын, бурлыҡ юлына ҡайҙа төшкәндәре тураһында бер кем әйтмәй.
Был хәлгә төшкән ирҙәрҙең кем булыуы ла билдәһеҙ. Әлегә берҙән–бер аныҡлыҡ — йәйәүлеләрҙең исемдәре. Уларҙың береһе Әхмәт, икенсеһе Вадим. Ирҙәрҙең уғрылыҡ менән шөғөлләнгәне хәҙер көн кеүек асыҡ. Ә юғалған әйберҙәр хужаһы был әшнәләрҙе ошондай юл менән мыҫҡыл итеп кенә ҡалмаған, ә уларҙы туҡмаған да булып сыға.
Юлда, баштарына ҡағыҙ тоҡ кейеп, ҡулдары бәйләнгән ирҙәргә бер кем дә ярҙам итергә ашыҡмай. Уларҙың бар өмөтө хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәренә. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше асыла ҡалһа, ирҙәрҙе мыҫҡыл итеп, баштарына ҡағыҙ тоҡ кейҙереп, “уғры” тип яҙыусыны енәйәт язаһы ла көтә, ти адвокаттар.
Әлегә был ваҡиға буйынса айырым эш асылмаған. Сөнки, тәртип һаҡсыларына юлда яланған китеп барған рҙәрҙән дә, уларҙан зыян күргән хужаларҙан да ғариза алынмаған.