Бөгөн Рәсәйҙә Милли донор көнө билдәләнә

Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәйҙә Милли донор көнө билдәләнә

1832 йылдың 20 апрелендә илебеҙҙә беренсе тапҡыр бер кешенән икенсегә ҡан ебәрелә. Иҫтәлекле дата, тәү сиратта, донорҙарға – бөтөнләй таныш булмаған ауырыуҙарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ ҡанын тапшырған оло йөрәкле кешеләргә арнала. Башҡортостанда төп донорлыҡ үҙәге булып Республика ҡан биреү станцияһы тора.

Унда Милил донор көнөндә йыл һайын төрлө саралар ойошторола ине. Әммә үҙ изоляция мәлендә ҡан тапшырырға килеүсе кешеләрҙең һаны ҡырҡа кәмегән. Әлбиттә, өйҙә ултырыу мөһим, әммә ҡан һәм уның компоненттарының запастары көн һайын тулыланып торорға тейеш, ти Республика ҡан биреү станцияһы хеҙмәткәрҙәре. Әле учреждениела санитар-эпидемиология режимы көсәйтелгән, бөтә һаҡланыу саралары ла үтәлә. Эш ваҡыты ғына бер аҙ үҙгәргән. Әлегә донорҙар иртәнге һигеҙҙән сәғәт өскә тиклем ҡабул ителә. Шул иҫәптән, шәмбе көндө лә.

Ҡан тапшырырға теләүселәр өсөн махсус саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрелә. Милли донор көнө алдынан, Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ла Республика ҡан биреү станцияһына барып, донорҙар исемлеген тулыландырҙы. Был изге эшкә ҡушылырға теләүселәр бәйләнештә селтәрендәге “Я – донор Уфа” тигән төркөмгә инеп, ғариза ҡалдыра ала.