Күп кенә ғаиләләргә дүрт стена араһында бикле ҡалыу – ҙур һынау. Килеп тыуған хәлде нисек ыңғай ҡабул итергә? Венера Нуриәхмәтова өйҙә ултырып көнө буйы ижад менән шөғөлләнә. Быға тиклем ҡул эштәренә кистәрен генә тотона инем, ә хәҙер буш ваҡыт күп. Өҫтәүенә, ижад күңелде тынысландыра, насар уйҙарҙан арындыра, коронавирус тураһында уйлаған да, юҡ ти Венера.
Тулы изоляция режимы күптәрҙең йәшерен һәләттәрен асты. Һанаулы ғына көндәр эсендә социаль селтәрҙәр үҙенсәлекле видеояҙмалар менән тулды. Донъя селтәрендә күберәк музыкаль номерҙарҙы осратырға мөмкин.
Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә балконға сығып концерт ҡуйыусылар күптәрҙең күңеленә хуш килде. Көҙгө алдында бейеп торған кешеләрҙең бер-береһенең кейемдәре менән алышынған челлендж да популярлыҡ яулай. Беҙҙең халыҡ был флешмобты үҙебеҙгә яраҡлаштырып, милли кейемдә башҡорт бейеүҙәрен башҡара. Әйткәндәй, был шаярыу йәштәргә генә түгел, өлкән быуын вәкилдәренә лә хуш килгән. Күңел асыуҙан тыш, ҡатмарлыҡтар ҙа юҡ түгел. Айырыуса, күп балалы ғаиләләрҙә аралашыу ҡыйынға тура килә.
Көнөнә бер ике тапҡыр бергә йыйылһаң – яҡшы, ә бына көнө-төнө бөтә ғаилә ағзалары бер фатир эсендә булһа, бер-береһенән туйыуҙары ихтимал, ти белгестәр. Күптәрҙең Б вариантын һайларға теләүҙәре нормаль күренеш, ти белгестәр. Оҙаҡ ваҡыт бергә булғандан һуң, кешеләргә бер-береһе менән аралашыуы ҡатмарлаша.
Проблемалар булмаһын өсөн психологтар көн тәртибен төҙөргә кәңәш итә. Дөйөм ҡағиҙәләр уйлап сығарһағыҙ – тағы ла яҡшыраҡ. Тәүлегенә 24 сәғәт бергә булғанда бәләкәй генә ығы-зығыларһыҙ булмай, әлбиттә. Психологтарҙың төп кәңәше – ваҡ кәмселектәргә иғтибар бирмәҫкә. Сөнки үҙ аллы изоляция мәңгелек түгел. Шуға бер-береңдең һәм ошо бергә үткәргән ваҡыттың ҡәҙерен белергә саҡырабыҙ.