Өфөләге вольерҙарҙың береһендә көн итеүсе януттарға килеүселәр булмағас, хужаларға ҡуртымға алынған бина өсөн түләргә лә, йәнлектәргә ашамлыҡ алыу өсөн дә аҡса етмәй. Уларға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Гриша һәм Белый ҡушаматлы януттар бер-береһе менән сөкөрҙәшкән төҫлө.
Уларға аралашыу бик мөһим. Әммә бер ай самаһы инде йәнлектәр янына берәү ҙә килмәй. Үҙ аллы изоляция башланғандан бирле януттарҙы хужабикәләре Жанна ғына ҡарай. Күңеллерәк булһын өсөн Тесса ҡушаматлы этен дә алып килә ул. Януттар яңы дүрт аяҡлы дуҫы менән рәхәтләнеп уйнай. Әлбиттә, эт шаярһа ла, ныҡлап тешләшкәне юҡ. Әйткәндәй, януттарҙың көсө эттәрҙекенән ҡалышмай. Әммә улар бер ҡасан да ысынлап талашмай, яҡын дуҫтарға әйләнделәр инде, ти Жанна. Януттар йомшаҡ күңелле хайуандарға оҡшаһа ла, бик көслөләр.
Ҡарауһыҙ ҡалдырыуың була, өйҙәге мебелде, ишектәрҙе, иҙәнде минут эсендә боҙоп ҡуйыуҙары ихтимал. Шуға был йәнлектәрҙе ябай фатирҙа тотоу мөмкин түгел. Ә вольерҙа бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тик арендаға айына 50 мең түләргә кәрәк. Ә кеше йөрөмәгәс, был сумманы йыйыу ҡыйынға төшә. Яҙын инә януттарҙы айырым аҫрайҙар. Һәр ҡайһыһының иркен ситлеге бар. Тик Гриша менән Белый үҙенең әхирәттәрен ныҡ һағына һәм уларҙың бүмәһендәге ишекте асырға маташа. Шуға йәнлектәр артынан һәр ваҡыт күҙәтеп торорға кәрәк. Локи ҡушаматлы янут та айырым йәшәй.
Уның тураһында беҙ былтыр һөйләгән инек. Был янутты Өфөләге бер балаға бүләк итеп биргәндәр, аҙаҡ ул һигеҙенсе ҡаттан ҡолап төшөп, артҡы аяҡтарын һындыған. Шул саҡта хужалар Локины вольерға алып килеп ҡалдырған. Хәҙер йәнлек йүнәлгән тиергә мөмкин, әммә барыбер башҡаларҙан ҡурҡа. Уның айырылғыһыҙ дуҫы — грек сәтләүеге генә. Әйткәндәй, януттар теләһә нимә менән туҡлана ала. Тик ашамлыҡҡа ла аҡса етмәй. Шуға вольер хужалары үҙенсәлекле ысул уйлап тапҡан. Теләгән һәр кем вольерҙа тәрбиәләнеүселәргә мобиль банк аша аҡса күсерә ала.
Йыйылған суммаға алынған тәмлекәс менән йәнлектең һыйланғанын видеоға төшөрөп интернетҡа һалалар. Шунда уҡ ярҙам иткән кешене лә билдәләп үтәләр. Ошо рәүешле “Янутты һыйла” хеҙмәте был йәнлектәрҙе аслыҡтан ҡотҡарасаҡ.