Дорфа ҡыланмаҫҡа, кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа!

Тулыраҡ: Дорфа ҡыланмаҫҡа, кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа!

Коронавирус сиренең йылдам таралыуын туҡтатыу йәһәтенән республикала балаларға, үҫмерҙәргә һәм оло йәштәге кешеләргә урамда йөрөү ваҡыты сикләнгәйне.

Бәлиғ булмағандарға киске сәғәт 6-нан төшкө 1-гә тиклем өйҙә ҡалыу мотлаҡ, ә 65 йәше тулып үткән граждандарға иртәнге ундан киске сәғәт алтыға тиклем генә кибеттәргә, дарыуханаға барып килеү рөхсәт ителә. Шулай ҙа был ҡағиҙәне боҙоусылар, ғөмүмән үҙизоляция режимына битараф ҡалыусылар бар. Улар иҫәбендә үҫмерҙәрҙең булыуын киләһе яҙма дәлилләй.

16 апрелдә Нефтекама ҡалаһында 13 йәшлек ҡыҙҙың һәм уның 7 йәшлек ҡустыһы менән булған был хәл йәмәғәтселектә ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы. Төбәк башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары берлеге рәйесе Владимир Барабаш халыҡҡа һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә киләһе юлдар менән өндәште.

Республикалағы хәлгә, сикләүҙәргә күптәр еңел ҡарай һәм ҡағиҙәләрҙе үтәмәй, тине ул. Был күренеш вирустың шашыуына, ә карантиндың оҙайтылыуына килтерә. Өйҙә ҡалырға саҡырыу хөкүмәттең кеше хоҡуҡтарын сикләүен аңлатмай. Һәр кемдең аңлы булыуы ғына хәлде яҡшыртасаҡ тип яҙып сыҡты рәйес. Ә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә граждандарға ҡарата дорфа ҡыланмаҫҡа, кешелек сифаттарын юғалтмаҫҡа кәңәш итте Владимир Барабаш.