Сулпылар урынына битлектәр

Тулыраҡ: Сулпылар урынына битлектәр

Төбәк етәксеһенең әле геройҙар заманы тиеүе бер кемгә лә тәьҫирһеҙ ҡалмағандыр. Үҙен илһөйәр тип һанаған һәр кем ярҙамға ашыҡты. Мәҫәлән, Өфө программистары, рәссам, дизайнерҙары коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә берләшеүҙе хуп күргән. Улар табиптар өсөн 3Д принтер ярҙамында битлектәрҙең деталдәрен эшләй. Баш ҡалала был хәрәкәтте Александр Улитин башлап ебәргән. Уның етәкселегендә ике аҙна эсендә генә 30-ҙан ашыу ирекмән ойошҡан. 2 меңдән ашыу күп тапҡыр ҡулланыуға яраҡлы битлектәр баҫтырылған.

3Д принтерҙа әйберҙәр эшләү менән Александр Улитин күптән таныш. Яңылыҡтар менән әүҙем танышҡан егет, сит ил хеҙмәттәштәренең коронавирусҡа ҡаршы көрәш асыуын уҡып, шулай уҡ ситтә ҡалмаҫҡа ҡарар итә.

Александр тағы ла махсус битлектәр өсөн фильтрҙар ҙа эшләй. Тәүге көндән үк яңғыҙы ғына был эште атҡарып сыға алмаясағына төшөнә ул һәм һәүәҫкәр оҫталарҙы ярҙамға саҡыра.

Саҡырыуҙы ҡабул итеүселәр араһында Йәштәрҙең инновациялы ижад үҙәге етәксеһе Илнур Ноғоманов та бар. Үҙизоляцияла булып, тормош иптәше һәм дүрт балаһы менән онлайн уҡыу мәшәҡәттәренән тыш, аш бүлмәһендә туҡтауһыҙ тиерлек эшләгән өс принтерҙы ла көйләп өлгөрә ул.

Ҡайһы бер деталдәрҙе Илнур дуҫтарының өлгөһөндә башҡарһа, ҡайһы берҙәрен үҙе уйлап таба.

Милли биҙәүестәр эшләүсе күренекле дизайнер Илдар Ғатауллиндың да принтеры хәҙер башҡа эшкә көйләнгән. Һаҡланыу сараларына наҡыҫлыҡ булыуын ишетеү менән ул, ижадты ситкә ҡуйып, йәмғиәткә файҙалы булыуға өҫтөнлөк бирә.

Әлеге ваҡытта был юҫыҡта Өфөнөң 30-ҙан ашыу дизайнеры һәм 80-дән ашыу ирекмәне берләшеп, эште киңәйтеү юлдарын эҙләй. Бының өсөн принтерҙар һанын арттырыу мотлаҡ.

Принтерҙан төшкән һәр әйбер координаторға ебәрелә. Александр уларҙы туплай, дезинфекциялай, айырым пакеттарға һала һәм табиптарға тапшыра. 2 мең тирәһе битлек, визорҙар һәм фильтрҙар әҙерләгән егеттәр тынысланырға уйламай, алдағы көндәрҙә лә уларҙы күп эш көтә.