Күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ

Тулыраҡ: Күршең һуҡыр булһа күҙеңде ҡыҫ

Ә хәҙер баҡсасылар өсөн мәғлүмәт. Дәүләт думаһында Граждандар кодексына үҙгәрештәр индереү әҙерләнә. Ул баҡсасыларға ла ҡағыла.

Кодекстағы үҙгәрештәргә ярашлы дача хужалары күрше баҡсанан килгән газ, пар, төтөн, йылылыҡ, еҫ һәм шау-шыуға ҡаршы сыға алмай. Һанап үтелгән күренештәр норманан сыҡмаһа, түҙергә тура киләсәк. Ә кире осраҡта күрше талаптарҙы үтәргә бурыслы. Депутаттар тәжрибәһендә баҡсасыларҙың күршеһенә зарланып мөрәжәғәт итеүе йыш күренеш баҡтиһәң.

Кемдер күршеһе ҡоҙоҡ ҡаҙғандан һуң үҙ ҡоҙоғонда һыу кәмеүенә зарлана, кемгәлер ҡоймаға яҡын бейек ағастың үҫеүе оҡшамай. Дәүләт думаһында шулай уҡ баҡса участкаларына халыҡ йәшәгән урын статусын биреүҙе лә ҡарайҙар.