Баллы бүләк

Тулыраҡ: Баллы бүләк

Илдә, республикала ниндәй генә хәл булыуына ҡарамаҫтан, Бөйөк Еңеү көнө барыбер иғтибрҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн бүләккә бал әҙерләнә. Бал һауытының тышында Миңлеғәле Шайморатовтың һыны урын алған.

Республиканың апитерапия үҙәгендә ветеарандарҙы ҡотлау өсөн тап шундай сувенирҙар әҙерләйҙәр. Нуриман, Архангель, Ишембай һәм Ғафури райондарынан 228 килограмм йүкә, сәскә балы алып киленгән. Башта үҙәк белгестәре татлы ризыҡтың сифатын лабораторияла тикшергән.

Ә ул арала дизайнерҙар ҡапсыҡтарҙың тышын биҙәү менән мәшғүл булған. Бал һауыттарын Бөйөк Ватан һуғышы символикаһы, Еңеү паркынан күренештәр һәм генерал Шайморатовтың портреты менән биҙәгән улар. Күстәнәстр тиҙҙән республиканың район һәм ҡалаларында йәшәгән ветерандарға оҙатыласаҡ.