Республика башлығы эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районына барҙы

Тулыраҡ: Республика башлығы эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районына барҙы

Башҡортостанға Сорғот ҡалаһынан тракторҙарҙы йыйыу һәм ремонтлау предприятиеһы күсерелә. Яңы инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышы менән республика башлығы танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Ҡарламан ҡуйыртылған һөт заводына ла барып ҡайтты. Был хаҡта киләһе видеояҙмала. Тракторҙар йыйыу предприятиеһы Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында урынлашасаҡ. 2024 йылға тиклем уны 70 кешене эш менән тәьмин итеү ҡарала. Инвестиция проекты 300 миллион ҙумға баһалана. Республика етәксеһе инвестор менән кәңәшмәлә заводты ҡорамалдар менән тәъмин итергә һәм тракторҙарҙы һатыуға ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе. “Кировец-Өфө”етештереү-техник үҙәге етәксеһе Радий Хәбировҡа 1-се июлдән нефть тармағы өсөн агрегаттар сығара башланыуы тураһында хәбәр итте.

Киләсәктә шулай уҡ ауыл хужалығы өсөн ҡорамалдар ҙа эшләнәсәк. Хәбәрсе. Ҡарлыман һөт консерва комбинаты–республиканың иң боронғо, билдәле предприятиеларының береһе. Комбинат яңынан тергеҙелде һәм хәҙер инде унда яңы маҡсаттар менән йәшәйҙәр. Ҡуйыртылған һөт хәҙер аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙең аҙыҡ-түлек йыйылмаһына ла инәсәк. Башҡортостан башлығы Олокүл ауылында дезинфекция сараларын әҙерләү ойошмаһының эше менән дә танышты. Әлеге мәлдә заказдар күп. Шуға күрә ассортиментты киңәйтеү һәм тауарҙы һатыу күләмен арттырыу ҡарала. Бының өсөн 20 млн һум инвестиция талап ителә. Радий Хәбиров ойошма етәксеһен “Сәнәғәт сәғәтенә” ярҙам ысулдарын ҡарарға саҡырҙы.