Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам

Тулыраҡ: Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам

Шәхси эшҡыуар – Илгизәр Солтанғәлиева үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам итергә ҡарар иткән. Ирекмәндәр менән бергә ул мохтаждарға аҙнаһына 60 буханка икмәк тарата. Ирекмәндәрҙең көнө адрестарҙы аныҡлау, оло йәштәге кешеләрҙе, аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙе барлауҙан башлана. Был ваҡыт эсендә мейестә хуш еҫле икмәк тә бешеп өлгөрә. Хуш еҫле, яңы бешкән икмәкте ирекмәндәр пекарнянан уҡ килеп ала. Ун минут эсендә ул адрестар буйынса таратыла. Бындай ярҙам барыһың да күңеленә хуш килә.

Мохтаждар ярҙам һорап шылтыратып ирекмәндәргә ғариза ҡалдыра ала. Илгизәр Солтанғәлиеваның ярҙамы үҙизоляция ваҡытында әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләп кенә ҡалмай ирекмәндәр, яңғыҙ ҡалған, балалары һәм яҡындары ситтә булғандарға ла ярҙам итә.