Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамланды. Табиптарҙың бер бригадаһын икенсеһе алмаштырҙы. Ҡыуатов исемендәге дауахана янында көнө буйы тиҙ ярҙам машиналары туҡтамай. Улар ике аҙна дауамында пациенттарҙы дауалаған табиптарҙы өйҙәренә илтә. Медицина хеҙмәткәрҙәре ярты ай үҙизоляцияла буласаҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәрен дауахана диуарының бер яғында матур граффити ҡаршы ала. Унда тажлы вирусҡа ҡаршы көрәшеүсе табип һүрәтләнгән.
Рәссам Артур Лукъянов үҙ һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйған табиптарҙың нисек булһа ла күңелен күтәреү өсөн эшләнгән уны. Дауаханала әле дезинфекция үткәрелә. Клиника әле ваҡытлыса ике өлөшкә бүленгән. 6 майға тиклем Республика клиник дауаханаһы коронавируслы һәм ярҙамға мохтаж пациенттар менән генә эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта пульмонология бүлексәһендә ятҡандар дауаланыуын дауам итә. Хәлдәре бер аҙ яҡшырыу менән улар йәшәгән урындарында табип күҙәтеүенә күсерелә.