Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл киҫкен булып ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙизоляция режимын үтәргә һәм Пасха байрамын өйҙә үткәрергә тигән тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалған кешеләргә рәхмәт белдереп, мосолмандарҙы ла Рамаҙан ваҡытында үҙҙәрен һәм яҡындарын сир йоҡтороуҙан һаҡларға, өйҙә ултырырға саҡырҙы. Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин карантин көндәрендә мәсеттәргә күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларға барыуҙан тыйылырға саҡырҙы. Дини йолалар онлайн буласаҡ , тип белдерҙе рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе.