Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй

Тулыраҡ: Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөй

Ҡырмыҫҡалы районы фермерҙары кооператив төҙөп, карантинға ябылған дауаханалар өсөн ризыҡ әҙерләй башланы. Быға тиклем аҙыҡ-түлек ауыл халҡы өсөн генә етештерелһә, хәҙер иһә яңыса эшләргә тура килә. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.
Рецепт та, технология ла үҙгәрмәгән. Бында һәр ваҡыттағыса тик ауыл фермерҙары продукцияһы ҡулланыла. Ә ашнаҡсыларҙың эше һуңғы арала күпкә артҡан. Улар аҙыҡ-түлек менән үҙ ауыл халҡын ғына түгел, ә бөтә төбәкте тәъмин итергә тура килә. Бында карантинға ябылған табиптарҙы аҙыҡ-түлек менән тәъмин итәләр. Әлегә иҫәптә 3 клиника, бер аҙнанан улар һаны 10-ға тиклем артасаҡ. Киләһе кооперативта аҙыҡ-түлек етештереү күләме әле кәмерәк, әммә шулай уҡ улар ҙа ҡулланыусыларға тәбиғи продукттар тапшыра.

Ассортиментты киңәйтеү йәһәтенән фермерҙар кооперативтарға берләшә, улар иһә үҙ сиратында әҙер продукцияны етештереүҙе яйға һала һәм тулы курьер хеҙмәтен ойоштора. Элек магазиндарға тапшырһалар, хәҙер иһә үҙҙәре һатып алыусыға килтереп еткерә. Киләсәктә тәбиғи аҙыҡтар менән бөтә Башҡортостанды тәъмин итергә ниәтләйҙәр, медицина хеҙмәткәрҙәренә иһә бушлай алып барып еткерелә. Өфө кафеһында ла эш күләме артҡан. Таңдан алып ашнаҡсылар был көндө башҡаларға ярҙам итеүселәргә аш-һыу өҙерләй. 100 комплекс төшкө аш волонтер һәм табиптарға тәғәйенләнә.